Яңы территорияларҙың Рәсәй менән ҡушылыу көнөндә «Алға-Патриот» хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, колледж студенттары һәм кадеттар киң күләмле патриотик сара ойошторҙо.
Еңеү паркында, Өфө халҡы өсөн ҡәҙерле һәм әһәмиәтле урында – Мәңгелек ут янында 350-нән ашыу кеше йыйылды. Бында илебеҙҙең берҙәмлегенә, тарихи хәтергә һәм яңы территорияларҙа йәшәүселәргә ярҙамға арналған тантаналы митинг үтте.
Яңы территорияларҙа йәшәүселәрҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙҙе хуплап, флешмобта ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһының һәм яңы территорияларҙың ҙур флагтарын йәйҙе.
Флешмобтан һуң ҡатнашыусылар Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтеп, «Ватан» паркында тамамланған автоуҙышҡа ҡушылды.
Унда төп ваҡиға булып 250 өфөлө ҡатнашҡан «Бергә еңербеҙ!» тигән киң күләмле флешмоб торҙо.
30 сентябрь – ул беҙгә Рәсәйҙең көсө берҙәмлектә, үҙ-ара ярҙамда һәм уртаҡ бөйөк маҡсатҡа бергә атларға әҙер булыуҙа икәнен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөргән көн.