Хәтер һәм ҡайғы көнө
22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуған илебеҙҙең азатлығы һәм бойһондороҡһоҙлоғо өсөн ҡан ҡойған яугирҙәрҙе иҫкә алабыҙ, уларҙың батырлыҡтары алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ.
Ошо мөһим дата алдынан, 21 июндә, Республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре «Алға-Патриот» хәрәкәте ойошторған акцияла ҡатнашты.
Еңеү паркында ойошторолған акцияла ҡатнашыусылар, Ватаныбыҙҙың бойһондороҡһоҙлоғо өсөн шаһит булғандарға хөрмәт күрһәтеп, хәтер шәмдәрен тоҡандырҙы.
Янып торған шәмдәр еңеү килтереүҙә һәләк булған батырҙарыбыҙға беҙҙең рәхмәтебеҙҙе һәм быуындар берҙәмлеген сағылдыра. Беҙ халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫләйбеҙ. Был хәтерҙе киләсәк быуындарға тапшырасаҡбыҙ.