«Минут тыныслығы» акцияһы»
Республика Хәрби Дан музейы «Хәтер һәм ҡайғы көнөндә» Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған миллионлаған кешене иҫләргә теләүселәрҙе саҡырҙы. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, һуғыштың тарихы менән танышып, фронтта һәм тылда батырлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙға ихтирамдарын белдерҙеләр.
Был көндө республика Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре һәм килеүселәр «Минут тынлығы» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. «Тынлыҡ минуты» – ул Бөйөк һуғышы осоронда ватандаштарыбыҙ кисергән миллионлаған ҡорбан тураһында мәңгелек халыҡ хәтеренең һәм ҡайғыһының символы. Ул илебеҙҙең күп милләтле халҡының ҡаҡшамаҫ ихтыяры һәм батырлығы арҡаһында, нацизмды юҡ итеп, Еңеү бүләк тураһында бөтә донъяны иҫкәртә.
«Асыҡ ишектәр көнө» акцияһы БР Өфө ҡалаһы ҡала округының «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт һарайы муниципаль бюджет учреждениеһы ярҙамында ойошоторолдо
Иҫтәлекле дата алдынан музейҙа «Хәтер шәмдәре» акцияһы ла үтте. Музейҙа булғандар «Һуғыш шулай башланған» күргәҙмәһе менән таныштылар һәм шәмдәрҙә ут ҡабыҙҙылар.